07:31 (UTC+5), 03 Мая 2011

Рөстәм Хәмитов Туймазыла колбасалар һәм ҡаҙан ҡорамалдары сифатын баһаланы

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
30 апрелдә БР Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре барышында «Савва» ит комбинатында булды. Был Туймазы районының иң эре аҙыҡ-түлек предприятиеларының береһе. Бында 2300 самаһы кеше эшләй. Аҡса әйләнеше былтыр 3,5 миллиард һум тәшкил иткән. Тәүлегенә 220 тонна продукция сығарыла, ул Башҡортостанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә һатыла. Предприятие заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Бынан тыш, комбинат урындағы дзюдосылар мәктәбенә хәйриә ярҙамы күрһәтә, унда 800 тәрбиәләнеүсе шөғөлләнә.
Рөстәм Хәмитов тултырмалар етештереү линияһын ҡараны. Республика башлығы ит һыуытыу, фарш эшләү, ыҫлау, колбасалар төрөү цехында һәм әҙер продукция келәтендә булды. Артабан Президент предприятиеның колбасалар изделиеларын тәмләп ҡараны.
Рөстәм Хәмитов Туймазыла тағы бер объектты - «Ҡаҙан ҡорамалдары заводы»н ҡараны. Предприятие 2005 йылдан алып эшләй, бында 150 кеше эш менән тәьмин ителгән. Завод мунсалар өсөн бәләкәй ҡаҙандарҙан алып бойлерҙар ҡаҙандарына тиклем сығара. Туймазы ҡаҙанлыҡтары Рәсәйҙең төрлө нөктәләренә оҙатыла.
Бөгөнгө көндә предприятие яңы цех төҙөй башлаған, уны сафҡа индереү менән заводтың производство майҙаны туғыҙ мең квадрат метрға тиклем артасаҡ.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика