06:04 (UTC+5), 03 Мая 2011

Рөстәм Хәмитов Туймазы бетон ташыу машиналары заводы хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙе

Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
30 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Туймазыға эш сәфәре менән барғанында «Туймазы автобетоновоздар заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре менән түңәрәк өҫтәл үткәрҙе. Унда ул эшселәр менән эш хаҡы, балалар баҡсалары менән тәьмин итеү, белем биреү, торлаҡ кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышты. Республика башлығы торлаҡ мәсьәләһен Туймазы хакимиәте һәм завод етәкселеге менән берлектә хәл итергә тәҡдим итте. Уның һүҙҙәренсә, аҡсаны өлөшләтә республика, ҡала һәм предприятие бюджеттарынан бүлергә кәрәк.
Туймазы автобетоновоздар заводы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Президентына ҡалала балалар баҡсаларында урындар етешмәүе хаҡында хәбәр итте. Рөстәм Хәмитов, был хәл бөтөн республикаға хас, тип билдәләне. Дөйөм алғанда төбәктә 50 мең бала балалар баҡсаларына мохтаж. Төбәк башлығы, был проблема элекке балалар баҡсаларын ҡайтарыу, яңы учреждениелар төҙөү (быға 9 млрд һум бүленә) һәм ғаилә балалар баҡсалары ойоштороу юлы менән хәл ителәсәк, тине.
Рөстәм Хәмитов завод производствоһы менән дә танышты. Предприятиела «Урал» һәм МАЗ йөк машиналары шассиһында автобетоновоздар сығара башлағандар. Заводтың генераль директоры урынбаҫары Илдус Усмановтың хәбәр итеүенсә, предприятие янғын һүндереү машиналарына ла заказ алған. Май айында ун техника берәмеге сығарыласаҡ, июндә – 20. Улар башлыса урман янғындарын һүндереүҙә файҙаланыласаҡ.
Бетон ташыу машиналары етештереүҙән тыш, заводта күбек күтәреү машиналары, стационар бетон насостары, культиваторҙар етештерелә. 2011 йылдың беренсе кварталында 150 бетон бутау машиналары сығарылған, был предприятиеның былтырғы бер йыллыҡ етештереү күләменә тура килә. Производство күләме ағымдағы йылда миллиард һум тәшкил итәсәк, тип планлаштырыла.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика