Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Май 2011, 12:47

БР Президенты Туймазыла баҙарҙағы һәм магазиндарҙағы хаҡтарҙы сағыштырҙы

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менәнТуймазыла булғанда ауыл хужалығы баҙарындағы хаҡтарҙы ҡала супермаркеттарының береһендәге хаҡтар менән сағыштырҙы. Тәү ҡарашҡа сағыштырыу баҙар файҙаһына кеүек. Магазинда картуф 48 һум торһа, баҙарҙа ул 40 һумға һатыла. Магазинда бер килограмм ҡыяр 90 һум тора, баҙарҙа – 90-110 һум. Икмәктең хаҡы магазинда 12 һумдан 16 һумға тиклем. Уны Октябрьскийҙан, Туймазы һәм Өфө икмәк комбинаттарынан алып киләләр. Һөт баҙарҙа арзаныраҡ. Ит баҙарҙа 170 һум тора.
Рөстәм Хәмитов һатыуға сығарылған продукцияның ҡайҙан килтерелеүен һораны. Һуғанды баҙарға нигеҙҙә Иглин, Шишмә райондарынан, ҡыярҙы Туймазы районынан, ә картуфты Израилдән алып килеүҙәре асыҡланды.
Автор:Евгений Рәхимҡолов | фото: Андрей Старостин
Читайте нас: