18:57 (UTC+5), 29 Апреля 2011

Standard & Poors аналитиктары Башҡортостан рейтингы буйынса күҙаллауҙы «Тотороҡло»нан «Ыңғай»ға үҙгәртте

29 апрелдә Standard & Poor,s кредит рейтингылары хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы рейтингы буйынса күҙаллауҙы “Тотороҡло”нан “Ыңғай”ға үҙгәртте. Бер үк ваҡытта оҙайлы сроклы “ВВ+” кредит рейтингы раҫланды, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Агентлыҡтың республикалағы хәлде өйрәнеүсе аналитиктары, “Башҡортостан Республикаһында иҡтисад һәм бюджет килемдәре үҫеше дауам итәсәк, ә хакимиәт элеккесә төплө финанс һәм йөкләмәләр сәйәсәтен дауам итәсәк, был үҙ сиратында уға аҡса резервтарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк”, тип иҫәпләй.
Аналитиктар тотҡарлаусы факторҙарҙы ла билдәләй:
“Башҡортостан Республикаһы рейтингы кимәлен элеккесә бюджетты формалаштырыуҙы аныҡ ҡына күҙаллап булмау һәм сикләнгән финанс һығылмалылығы (уларға федераль хөкүмәт яғынан контроль көслө), иҡтисадта нефть эшкәртеү сәнәғәтенең юғары концентрацияһы, бюджеттың сығым өлөшөнә оҙайлы сроклы баҫым һәм халыҡ-ара нормалар буйынса тормоштоң түбән кимәле тотҡарлай”.
Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, ыңғай яҡҡа үҫеш күҙәтелә:
“Ыңғай” күҙаллауы беҙҙең оптимистик сценарийҙы сағылдыра, уға ярашлы Башҡортостан финанстарға уйлап идара итеүҙе һаҡлап ҡаласаҡ һәм шуның һөҙөмтәһендә бюджет сығымдарына баҫымды тотҡарлай аласаҡ, шулай уҡ үҙенең ярайһы уҡ яҡшы финанс күрһәткестәрен нығыта һәм, һөҙөмтә булараҡ, беҙҙең база сценарийында күҙалланғандан юғарыраҡ аҡса резервтарын һаҡлап ҡаласаҡ, ә бурыс кимәле юғары булмаясаҡ”.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика