06:20 (UTC+5), 27 Апреля 2011

Башҡортостан сит илдәр менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй

Рәсүл Хәмиҙуллин
Рәсәй Федерацияһы делегацияһының Данияға рәсми визиты сиктәрендә кисә Башҡортостан Республикаһы һәм «Danfoss A/S» компанияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән «Danfoss A/S» компанияһының башҡарма директоры Кристиансен Нильс Бьорн ҡул ҡуйҙы.
Был килешеү энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу һәм энергияны һаҡсыл файҙаланыу технологияларын индереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Был хаҡта БЮТ телеканалының «Урынлы фекер» программаһында БР Президенты Хакимиәтенең Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы начальнигы Руслан Мирсаяпов хәбәр итте.
— Күптән түгел Дания Короллегенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Башҡортостанда булып китте, — тине ул. – Шул ваҡыттан беҙ энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе әүҙем тикшерә башланыҡ. Беҙ уларҙың тәжрибәһен ҡулланырға теләйбеҙ һәм төбәк өсөн ярайһы ҙур экономия көтәбеҙ.
Уның һүҙҙәренсә, Дания был тармаҡта иң алдынғы илдәрҙең береһе. Республикала «Danfoss A/S» компанияһының ҙур булмаған производствоһын ойоштороу мөмкинлеге тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған да инде.
Руслан Мирсаяпов Башҡортостандың киләсәктә башҡа дәүләттәр менән хеҙмәттәшлеге перспективаларын да билдәләне.
— Йыл дауамында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Бөйөк Британияла, Сауд Ғәрәбстанында республиканың киң презентацияһы планлаштырыла, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул. – Шуның менән бергә Башҡортостанға юғары дәрәжәле ҡунаҡтар килеүе лә даимиға әйләнде. Атап әйткәндә, Бөйөк Британияның генераль консулы килеүе көтөлә. Уны республикабыҙҙың фәнни һәм сәнәғәт потенциалы ҡыҙыҡһындыра.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика