Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.17
-0.55
91.97
-0.45
70.01
-0.03
26+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Апрель 2011, 17:20
Башҡортостан эшсәндәре дым ҡаплауҙы тамамлай
Республика эшсәндәре параллель рәүештә өс төрлө агротехник эштәр алып бара: дым ҡаплай, ужым культураларын туҡландыра һәм сәсеү кампанияһын үткәрә. Сәсеү быйыл һауа шарттары арҡаһында һуңыраҡ башланды. Һәм хәҙер уны сифатлы итеп ваҡытында башҡарып сығырға кәрәк. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, республика баҫыуҙарында дым ҡаплау эштәре тамамланған тиерлек. Иглин районы эшсәндәре — 76 процент майҙанда, Дәүләкән районы — 55%, Дүртөйлө — 43%, Илеш — 41%, Ҡырмыҫҡалы — 46%, Саҡмағош — 61%, Шишмә районы 48 процент майҙанда тырматыу үткәргән. Күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы Дүртөйлө һәм Мәләүез районы аграрийҙары тамамлаған. Дәүләкән, Саҡмағош, Ҡырмыҫҡалы райондарында үләндәрҙе туҡландырыу һуңғы гектарҙарҙа алып барыла.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
сәсеү кампанияһы
Читайте нас: