10:24 (UTC+5), 26 Апреля 2011

Сергей Афонин Башҡортостандағы юлдар торошон ҡәнәғәтләнерлек түгел тип атаны

Рәсүл Хәмиҙуллин
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышы булды. Унда БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары һәм тармаҡ предприятиелары вәкилдәре ҡатнашты.
Сергей Афонин әйтеүенсә, ил иҡтисады көрсөктән һуң әкренләп аяҡҡа баҫа. Был Башҡортостанға ла ҡағыла.
- Эш әүҙемлеге көсәйә, етештереү үҫә, – тине ул. – Һөҙөмтәлә транспорт хеҙмәттәренә ихтыяж арта.
Вице-премьер шул уҡ ваҡытта юл хужалығы һәм транспорттағы байтаҡ проблемаларҙы билдәләне. Мәҫәлән, йәмәғәт транспорты маршруттары ентекле ҡулайлаштырылмаған.
Сергей Афонин шулай уҡ республикалағы юлдарҙың насар сифатын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Күптән түгел генә “Өфө – Ырымбур” трассаһынан үттем. Уның сифатынан ҡырҡа ҡәнәғәт түгелмен. Башҡа күп кенә юлдар ҙа шәптән түгел. Хәлгә йоғонто яһаған һауа шарттары һәм башҡа факторҙарҙың булыуын аңлайым, әммә етешһеҙлекте кисектермәҫтән төҙәтергә кәрәк, – тине вице-премьер.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика