09:01 (UTC+5), 25 Апреля 2011

Ике район аграрийҙары яҙғы сәсеүгә төштө

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостандың ике районы эшсәндәре ял көндәрендә сәсеү агрегаттарын баҫыуға сығарҙы. Мәләүез һәм Дәүләкән райондарында яҙғы сәсеү башланды.
Мәләүез районының Салауат исемендәге ауыл хужалығы етештереү кооперативы кампанияны борсаҡ сәсеүҙән башланы. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 20 гектарға яҡын ерҙә ошо ҡуҙаҡлы культура сәселгән. Шуның менән бергә «Спринт-2» сортындағы һоло ла сәселә. Ул 60 гектарҙа сәселгән.
—Тупраҡ өлгөрөүенә ҡарап бөгөн-иртәгә райондың башҡа хужалыҡтары ла сәсеү кампанияһын башлаясаҡ, — тип «Башинформ» агентлығына баҫыу эштәре барышына аңлатма бирә Мәләүез районы хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Александр Баранов. – Ауыл эшсәндәре 80 процент майҙанда күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуҙы һәм тырматыуҙы башҡарҙы. Хәҙер бөтөн көстәр дым ҡаплауға йүнәлтелгән. Был агротехник алымды беҙ өс көндә үткәрергә тейешбеҙ. Параллель рәүештә ужым культураларын туҡландырыуҙы алып барабыҙ.
Яҙғы сәсеүҙе йәмғеһе 32 мең гектарҙа үткәрергә кәрәк, техник культуралар - 14,5 мең гектарҙы, картуф – 255, мал аҙығы культуралары 12 мең гектарҙы аласаҡ.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, район хужалыҡтарында орлоҡ, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеү проблемалары юҡ, тип ышандырҙы. Бында ташламалы хаҡтар буйынса яғыулыҡ-майлау материалдарының апрель лимитын алып бөткәндәр. Предприятиеларҙың күбеһе ашламалар ҡайтарыу тураһында иҫәп-хисап биргән һәм республика бюджетынан сығымдарҙы ҡаплауға субсидиялар алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика