Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-2 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Апрель 2011, 17:14
Эрнст Исаев: «Башҡортостан игендең страховка фондын булдырасаҡ»
— Быйыл беҙ республика элеваторҙарында игендең страховка фондын булдырасаҡбыҙ,— тине 25 апрелдә «Интерфакс» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында БР Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев. – Рәсәйҙең интервенция сәйәсәтенең ниндәй булыуына ҡарамаҫтан ауыл хужалығы етештереүселәренән һатып алып, иген һаласаҡбыҙ. Үҙебеҙҙең запастарыбыҙ булырға тейеш.
Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы башлығы быйылғы ашлыҡ уңышына прогнозды әйтеп ишеттерҙе. Сәсеү майҙандары структураһы буйынса йәмғеһе 1 миллион 850 мең гектарҙы ужым культуралары менән бергә иген биләйәсәк. Барыһы ла уңдырышлыҡтан тора.
— Быйыл беҙ кәм тигәндә өс миллион тонна иген алырға тейеш. Һәм бының өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тип белдерҙе Эрнст Исаев. — Йыл һайын беҙ иген культуралары уңышын күтәреү өҫтөндә эшләргә бурыслы.
Бының өсөн тупраҡтың уңдырышлылығын күтәрергә - эзбизләү үткәрергә, минераль ашламалар ҡулланыуҙы арттырырға кәрәк. Министр бөгөнгө көндә насар хәлдә булған орлоҡсолоҡҡа етди иғтибар биреләсәген билдәләне.
— Иген культураларының уртаса уңышы республикала гектарынан кәм тигәндә 22-23 центнер булырға тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Эрнст Исаев.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
сәсеү кампанияһы
игендең страхка фонды
Читайте нас