16:30 (UTC+5), 22 Апреля 2011

Рөстәм Хәмитов: «Беҙгә инновациялы иҡтисад кәрәк»

Любовь Колоколова
— Башҡортостан – Рәсәй Федерацияһының ҡеүәтле, үҫешкән төбәге. Шуның менән бергә, был ҡеүәт һәр ваҡыт сеймал иҡтисадында төҙөлдө. Әммә бөтөн донъя бөгөн икенсе яҫылыҡта эшләй, бөгөн инновациялы иҡтисадҡа күсеү тантана итә, һәм, һис шикһеҙ, әгәр беҙ республика иҡтисадын инновация рельстарына күсереү мәлен үткәреп ебәрһәк, артта ҡалыуыбыҙ ихтимал – бик оҙаҡҡа, йәки бөтөнләй. Беҙҙең өсөн Анатолий Борисович Чубайс етәкселегендә Роснано делегацияһының визиты – эшебеҙгә ҡарашты үҙгәртергә сираттағы мөмкинлек ул. Беҙгә заманса технологиялар, инновациялы бизнес, инновациялы иҡтисад кәрәк. Былар барыһы ла ҡатмарлы мәсьәлә, улар йыл - йыл ярым эсендә хәл ителмәй, ләкин күсергә кәрәк, — тине Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Конгресс-холында үткән нанотехнологиялар һәм наноиндустрия үҫеше мәсьәләләренә арналған кәңәшмәнән һуң.
Шул уҡ мәлдә республика башлығы, беҙ конкурентлы майҙанда: ресурстарға ла, технологиялар баҙарында дөйөм йоғонто яһау мөмкинлегенә лә көрәш бара, тип өҫтәне.
— Бөгөн Башҡортостан Республикаһы һәм «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек итеү тураһында Протоколға, «Роснано» корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйып, беҙ яңы үҫеш кимәленә сығабыҙ,— тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Беҙ инновациялы иҡтисад төҙөләсәк майҙандар булдырасаҡбыҙ. Республика Хөкүмәтендә был эш өсөн яуаплы структура ойоштороласаҡ. Башҡортостан Республикаһының яңы закондарын сығарыуға башланғыс биреләсәк. Сәнәғәт предприятиелары, фәнни ойошмалар менән эштәрҙе яңыса алып барасаҡбыҙ. Был ҙур, ауыр эш, әммә беҙ уның менән шөғөлләнергә тейеш.
Наноиндустрия өсөн финанстар тураһындағы һорауға төбәк башлығы, аҡса — үҙмаҡсат түгел, тип яуапланы. Аҡса менән һөҙөмтәле файҙалана белергә кәрәк. Әгәр инновациялы бәләкәй предприятиеларҙың һәйбәт проекттары булһа, уларға ярҙам итәсәктәр. Һәм ярҙам бер нисә тапҡырға артасаҡ.
1 из 8
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика