09:00 (UTC+5), 22 Апрель 2011

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостан инновациялар юлы менән үҫешәсәк»

Ғәлиә Нәбиева
— Тәбиғәт ресурстарын файҙаланыу нигеҙендәге иҡтисад үҫеше стратегияһы — үткән заман, — тип белдерҙе Өфөлә нанотехнологиялар һәм наноиндустрия үҫеше мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
Республика башлығы, киләсәк фәнни ҡаҙаныштарҙы киң файҙаланған технологиялар ҡулында һәм «беҙҙең бурыс — был процеста лайыҡлы урын алыу», тип билдәләне.
Рөстәм Хәмитов бөгөн төбәктәр араһында инновациялы иҡтисад булдырыу өсөн ҡаты конкурентлы көрәш йәйелдерелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уның фекеренсә, Башҡортостан РОСНАНО-ның өҫтөнлөклө партнеры була ала һәм булырға тейеш, һәм был көрәштә уның еңелергә хоҡуғы юҡ.
— Республика ҙур фәнни потенциалы булған индустриаль яҡтан үҫешкән үҙәктәр иҫәбендә. Башҡортостанда, юғары уҡыу йорттарынан тыш, 60-тан ашыу ғилми институт иҫәпләнә, уларҙа ете меңдән ашыу кеше эшләй. Был республиканың интеллектуаль ҡеүәте, — тип иҫәпләй Рөстәм Хәмитов.
Президент алдынғы урындарҙа барған һәм инновациялар үҫеше өсөн мөмкинлеге булған республика тармаҡтарын билдәләне. Ул төбәктә нанотехнологиялар үҫешенә ентекләп туҡталды.
Атап әйткәндә, 2010 йылдың декабрендә РОСНАНО ярҙамында «ЕСМ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә экологик яҡтан таҙа электрохимик станоктарҙы сериялы етештереүҙең яйға һалыныу хаҡында һөйләне. Президент йыл аҙағына тиклем был предприятиела технопарк ойоштороласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Башҡортостан проекттарҙы призводство ойоштороуға тиклем алып барып еткерергә иҫәп тота. Республика инновациялар юлы менән үҫешәсәк. Беҙгә яңы иҡтисад моделе кәрәк, һәм уны инновацияларһыҙ булдырыу мөмкин түгел, — тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика