06:04 (UTC+5), 22 Апреля 2011

«Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» йәмғиәттәре араһындағы бәхәскә нөктә ҡуйылды

"Башинформ"
Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында этилен ташыу буйынса оҙайлы килешеүҙең төп шарттары мәсьәләләре буйынса Протоколға ҡул ҡуйылды.
Яҡтар яҡын арала өҫтәмә ваҡытҡа оҙайтыу мөмкинлеге менән биш йыллыҡ срокҡа иҫәпләнгән этилен ташыу буйынса оҙайлы килешеү төҙөү тураһында һөйләшеп килеште. Этилен ташыу күләме йылына 95 мең тоннанан кәм тәшкил итмәйәсәк, шул уҡ мәлдә «Газпром нефтехим Салауат» этилен ташыуҙы йылына 100 мең тоннаға еткереү өсөн бар көсөн һаласаҡ.
— Беҙ «Газпром нефтехим Салауат» һәм «Каустик» йәмғиәттәре араһындағы электән килгән хужалыҡ бәхәсендә килешеүгә өлгәшелеүенә ҡәнәғәтбеҙ, — тип хәлдәргә аңлатма бирҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов. – Республиканың эре нефтехимия предприятиелары хеҙмәт коллективтарының тотороҡло эшләүен һаҡлап ҡалыу һәм уларҙы алдағы йылдарға эш менән тулыраҡ тәьмин итеүгә өлгәшеү был һөйләшеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе булды, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика