12:30 (UTC+5), 21 Апреля 2011

Роснано делегацияһы Өфөлә наноиндустрия өлкәһендәге проекттар күргәҙмәһе менән таныша

Любовь Колоколова
Өфөгә идара рәйестәре Анатолий Чубайс етәкселегендә «Роснано» асыҡ акционерҙар йәмғиәте делегацияһы килде.
Бөгөн «Роснано» йәмғиәтенең Өфө дәүләт авиация техник университетына рәсми визиты сиктәрендә Башҡортостан предприятиелары һәм ойошмаларының наноиндустрия өлкәһендәге проекттары күргәҙмәһе үтә. Уның эше менән танышырға республика Президенты Рөстәм Хәмитов та килде. Төбәк башлығын БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров, БР сәнәғәт һәм ииновацион сәйәсәт министры Роберт Ваһапов, ӨДАТУ ректоры Морат Ғөзәйеров оҙатып йөрөй.
Күргәҙмә экспонаттарын ҡарағандан һуң Роснано делегация ӨДАТУ-ның тәржрибә хужалығы һәм университетта ойошторолоусы нанотехнологиялар үҙәге менән танышасаҡ.
Үҙәктең тулы исеме – Күләмле наноструктурланған материалдарҙы эшләп сығарыу һәм ҡулланылышҡа индереү буйынса төбәк-ара фәнни-техник (инжиниринг) үҙәге. Биомедицинала, автомобилдәр эшләүҙә һәм авиацияла, төҙөлөштә һәм башҡа тармаҡтарҙа ҡулланыуға тәғәйенләнгән иретмәләр алыу өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен башҡарасаҡ. Миҫал өсөн, бында үҙенсәлеге буйынса ҡатыштырылған ҡоростан яҡшыраҡ булған наноструктурланған ҡорос алыу технологияларын уйлап табыу һәм ҡулланылышҡа индереү эштәре алып барыласаҡ, артабан бындай ҡорос ныҡлы тимерсыбыҡтар һәм метиз продукцияһы етештереүҙә файҙаланыласаҡ.
Проекттың потенциаль инвесторҙары араһында — «Росатом» дәүләт корпорацияһы һәм «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы.
Үҙәк Өфөлә һәм Саров ҡалаһында эшләйәсәк.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика