Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
85.41
-1.14
93.17
-1.2
81.31
-1.06
12+ °C
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Апрель 2011, 11:00

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң нефть эшкәртеү заводтары эшмәкәрлеге менән танышты

20 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы блогы менән танышты. Төбәк башлығы дүрт предприятиены ҡараны. Өфө нефть эшкәртеү заводының вакуумлы газойле каталитик крекингы ҡулайламаһы эш сәфәре маршрутында беренсе объект булды. Ул 1995 йылда сафҡа индерелгән, һәм бензин компоненттары уның төп продукты булып тора.
Г-43-107, предприятие белгестәре уны шулай тип йөрөтә, бөгөнгө көндә «Өфө нефть эшкәртеү заводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә иң табышлыларҙың береһе. Уның ҡеүәте 2,5 млн тонна нефть эшкәртеүгә иҫәпләнгән. 2009 йылда был участкала модернизациялау үткәрелгән, ул предприятиеға юғары октан һанлы продукция сығарырға, уны көкөртлө матдәләрҙән таҙартырға һәм һөҙөмтәлә Евро-4 класындағы бензин алырға мөмкинлек бирә.
Башҡортостан Президенты комплекстың идара бүлмәһен ҡараны. Бында монитор экрандарында бөтә етештереү циклы сағыла. Заводтың генераль директоры Анатолий Сухоруков ҡулайламаны эксплуатациялау һәм уны сафҡа индереү тарихы хаҡында һөйләне. Әлеге ваҡытта бөтә ҡорамалдар ҙа дүрт йыллыҡ цикл буйынса тотороҡло эшләй. План буйынса эште туҡтатыу 2012 йылға билдәләнгән.
Рөстәм Хәмитов предприятие коллективы менән аралашты һәм ҡәнәғәт ҡалды:
— Күрәм, бында барыһы ла кәрәгенсә эшләй. Был ҡулайламаны эшкә ҡушыу менән ауырлыҡтар ҙа булды бит.
Эш сәфәренең икенсе объекты — «Өфөоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Предприятиеның төп продукттары араһында беҙгә таныш полиэтилен һәм полипропилен да бар. Рөстәм Хәмитовҡа полипропилен производствоһын күрһәттеләр. Бындай ҡулайламалар Рәсәйҙә бишәү генә. Был ҙур һорау менән файҙаланған продукт бында йылына 100 мең тоннаға тиклем етештерелә (Рәсәй баҙарының 20 проценты).
Рөстәм Хәмитов, ниңә предприятие пропиленды сеймал сифатында һата, ә көнкүрештә киң ҡулланылыусы, әҙер изделиелар сығарыу буйынса технопарк ойоштормай, тип ҡыҙыҡһынды.
— Беҙгә әҙер продукция кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Президенты. – Әгәр һеҙ ошоноң менән шөғөлләнә башлаһағыҙ, беҙ ярҙам итәсәкбеҙ. Педприятие янында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше, яңы эш урындары булдырыу өсөн реаль мөмкинлек бар.
Ҡаптарға тултырыу линияһында полипропилен бөртөктәрен ҡарап, Рөстәм Хәмитов, сеймал булараҡ полипропилен ғына түгел, республикаға көнкүрештә ҡулланырлыҡ пластик сәнскеләр, тарелкалар, стакандар ҙа кәрәк, тип тағы бер тапҡыр билдәләне.
Яңы ҡулайламалар төҙөлөшө перспективалары менән Рөстәм Хәмитов «Новойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә танышты. Был завод йөҙ төрҙән артыҡ продукция етештерә. Уның ҡеүәте йылына 7 млн тонна нефть продукттарынан артып китә. Өфөләге нефть эшкәртеү заводтары төркөмөнөң башҡа предприятиеларынан айырмалы, бында киң ассортиментта майҙар сығарыла. Төбәк башлығы предприятиеның ике төп ҡулайламаһының оператор бүлмәһен ҡараны.
«Өфөнефтехим» йәмғиәтендәге әкрен кокслау ҡулайламаһы Башҡортостан Президентының «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһына сәфәренең һуңғы объекты булды. Ул бер йыл элек файҙаланыуға тапшырылған һәм эшкәртелгәндән һуң ҡалған ауыр ҡалдыҡтарҙан юғары сифатлы нефть продукттары ала. Яңы ҡорамалды сафҡа индереү арҡаһында предприятие нефть эшкәртеү тәрәнлеген 95-99 процентҡа еткерҙе, был Рәсәйҙәге иң яҡшы күрһәткес булып тора.
— Тәүлегенә бында ярайһы ҙур күләмдә ауыр ҡалдыҡтар эшкәртелә, — тине Рөстәм Хәмитовҡа смена начальнигы Андрей Семенов.
Күптән түгел нефть университетын тамамлаған йәш хеҙмәткәр ҡулайламаны сафҡа индереүҙә ҡатнашҡан һәм әле 14 кешегә етәкселек итә. Ул бында бөтөн технологик процестарҙың үтәлеүе өсөн яуаплы. Президент йәш белгескә уңышлы эш теләне.
Автор:Ғәлиә Нәбиева | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: