14:07 (UTC+5), 19 Апреля 2011

Рөстәм Хәмитов сифат өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияларын тапшырҙы

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов 2010 йыл өсөн продукция (тауарҙар, хеҙмәтләндереүҙәр) сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премиялары лауреаттары булған ун өс предприятие вәкилдәренә наградалар тапшырҙы. Ҡатнашыуға йәмғеһе 30 конкурсант заявка биргәйне. Башҡортостан сифат өсөн премияға дәғүә итеү конкурсын күптән матур йолаға әйләндергән Рәсәй төбәктәренең береһе. Ошо йылдарҙа республиканың 87 предприятиеһы премияға лайыҡ булған.
Президент еңеүселәргә артабан да планканы төшөрмәүҙәрен теләне.
— Беҙгә бындай предприятиеләр кәрәк. Һеҙгә ҡарайҙар, һәм беҙ һеҙҙең кеүек эшләргә бурыслыбыҙ, — тине Рөстәм Зәки улы.
Предприятиелар араһында ошоға оҡшаш ярыштар Татарстанда, Удмуртияла, Сыуашстанда, Ленинград өлкәһендә һәм Краснодар крайында ла үткәрелә. Төбәк конкурстарының төп маҡсаты – урындағы ойошмаларҙы илебеҙҙә 1997 йылдан башлап үткәрелгән Рәсәй Хөкүмәте премияһына дәғүә итеүгә конкурста ҡатнашыуға әҙерләү.
Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса бер юлы алты предприятие конкурс лидерҙары тип танылды. Был «Мәләүез тимер-бетон конструкциялар заводы», «Синтез-Каучук», «Нефтекама автозаводы», «Полиэф», «Почет билдәһе» орденлы Бәләбәй һөт комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, Нефтекама нефть колледжы.
Икенсе урынды «Авангард» федераль ҡаҙна предприятиеһы, Башҡортостан тармаҡ-ара институты һәм «Башгипронефтехим» дәүләт унитар предприятиеһы үҙ-ара бүлеште.
Һәм, ниһайәт, өсөнсө урынға «Башкортостан Республикаһының Нефть-химия эшкәртеү институты» дәүләт унитар предприятиеһы, «К-Лан» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Башҡортостан баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты лайыҡ булды.
2010 йыл өсөн продукция сифаты өлкәһендә Башҡортостан Президенты премияһы лауреаттары республика исеменән федераль кимәлдә лайыҡлы сығыш яһар, тип ышанабыҙ.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика