06:40 (UTC+5), 19 Апреля 2011

Башҡортостанда 130 мең гектарҙа ужым культуралары ҡайтанан сәселәсәк

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда яҡынса 120-130 мең гектарҙа ужым культураларын ҡайтанан сәсеү көтөлә. Был күп йыллыҡ уртаса күрһәткес, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығының матбуғат хеҙмәтенән. Монолиттарҙы үҫтереп ҡарау һөҙөмтәләре буйынса райондарҙа агрономия хеҙмәте менән үткәрелгән ужым сәсеүлектәре торошон анализлау 161 мең гектарҙа (25%) сәсеүлектәрҙең - яҡшы хәлдә, 343 мең гектарҙа (52%) – ярарлыҡ һәм 152 мең гектарҙа (23%) насар хәлдә булыуын күрһәткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, ағымдағы йыл уңышына республикала 656 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән, шуларҙан ужым арышы – 519 мең га, ужым бойҙайы – 106 мең га, ужым тритикалеһы – 29 мең га.
Тупраҡта дым булмауы арҡаһында страховка культуралары көҙгөһөн артыҡ үҫә алмаған, айырыуса республиканың көньяҡ урман-дала зонаһында һәм Урал алды дала зонаһында үҫеш насар. Ә 34 мең гектарҙа ужым бөтөнләй шытмаған. Белгестәр, ҡарҙың ҡалынлығы арҡаһында сәсеүлектәр ҡышҡы һыуыҡты яҡшы үткәргән, тип билдәләй.
Әлеге мәлдә баҫыуҙар ҡарҙан әрселә, вегетация тергеҙелә. Ҡарҙан асылған сәсеүлектәрҙә ужым тәү ҡарашҡа яҡшы үҫкән кеүек, шулай ҙа уларҙың торошо тулыһынса апрель аҙағы – май башында билдәле буласаҡ.
БР Ауыл хужалығы министрлығының агрономия хеҙмәте ужым культуралары үҫешенә ярҙам итерлек хәл иткес алым – яҙғы вегетация осоронда азот менән туҡландырыуҙы тәҡдим итә. Әйткәндәй, ашламаларҙы арзанайтыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум субсидия бүленгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика