06:50 (UTC+5), 13 Апреля 2011

Рөстәм Хәмитов «Сен-Гобен» концерны вәкилдәре менән осрашты

Рәсүл Хәмиҙуллин | фото: Олег Яровиков
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Сен-Гобен» концернының БДБ буйынса президенты Тьери Фурньер менән протокол осрашыуын үткәрҙе.
— Республика башлығын предприятиебыҙ менән таныштырыу визитыбыҙҙың төп маҡсаты булып тора, — тине Тьери Фурньер. – Беҙ Башҡортостандағы гипс ятҡылығын эшкәртеү хоҡуғына лицензия алғанбыҙ. Йәнә башҡа төрлө бихисап проекттарыбыҙ ҙа бар.
Гипс изделиелары етештереү буйынса завод төҙөлөшө лә - улар араһында. Уны яҡынса 2014-2015 йылдарҙа тамамлау көтөлә. Планлаштырылған инвестициялар 80 миллион евро тәшкил итәсәк. Проектты тормошҡа ашырыу йөҙәрләгән эш урындары булдырасаҡ, ә заводтың проект ҡеүәте йылына 30 миллион квадрат метр гипс ҡатырғаһы тәшкил итәсәк.
— Инвестиция климаты һәм эшҡыуарлыҡ үҫеше потенциалы Башҡортостанда бөгөнгө көндә юғары кимәлдә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тьери Фурньер. – Башлыса быға республика етәкселегенең ярҙамы сәбәпсе. Шуға күрә мин проектыбыҙҙың тормошҡа ашырыласағына ышанам.
«Сен-Гобен» концерны быяла, быяла һауыт һәм төргәктәр, төҙөлөш продукцияһы (йылылыҡты һәм тауышты изоляциялау, гипс ҡатырғаһы һәм гипс ҡатнашмалары, төҙөлөш иретмәләре, торбалар, сайдинг), юғары технологиялы материалдар (керамика, пластмасса, абразивтар) етештереү, шулай уҡ төҙөлөш материалдары дистрибуцияһы буйынса донъяла алдынғы урындарҙы биләй.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика