Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.84
0
93.01
0
68.28
-0.36
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Апрель 2011, 16:55

ӨМЭПБ хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса программала ҡатнаша

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү буйынса республика программаһы сиктәрендә «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте быйыл юғары, урта махсус белем биреү учреждениеларын һәм һөнәрселек училищеларын тамамлаусыларға 250 эш урыны бүләсәк. Йәш белгестәргә предприятиела остаздар беркетеләсәк, улар стажерҙарының эшен контролдә тотасаҡ һәм коллективҡа яраҡлашырға ярҙам итәсәк.
ӨМЭПБ-ның корпоратив коммуникациялар идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр берекмәлә 218 кеше стажировка үткән, шуларҙың 148-е, шул иҫәптән 61 эшсе, 14 котролер һәм 73 белгес, эшкә урынлаштырылған. Уларҙың барыһы ла —Өфө дәүләт авиация техник университетын, Өфө дәүләт нефть техник университетын, Башҡорт дәүләт университетын, Өфө авиация техникумын, Башҡортостандың башҡа мәғариф учреждениеларын тамамлаусылар.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас: