11:16 (UTC+5), 11 Апреля 2011

ЮХХДИ-ны техник йыһазландырыуға республика бюджетынан 500 млн һум бүленәсәк

Ольга Мортазина
2011 йылда һәр юл-патруль хеҙмәте машинаһында һәм һәр йәйәүле автоинспекторҙа видеорегистратор буласаҡ. БР буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы етәксеһе Динар Ғилметдиновтың фекеренсә, был ришүәтселеккә һәм ике яҡтың да тупаҫ мөғәмәлә итеүенә етди кәртә буласаҡ.
Быйыл уҡ бихисап светофорҙарға һәм ҡала автомагистралдәрендә камералар урынлаштырыласаҡ. Автоматлаштырылған системаға берләштерелгән камералар бөтөн ҡалалағы хәлдәрҙе теркәп барасаҡ. Юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарында, авария йәки бәхәсле хәлдәрҙә был яҙмалар дәлил булып хеҙмәт итәсәк.
БР-ҙың баш инспекторы хәбәр итеүенсә, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы техник йыһазландырыуға федераль маҡсатлы программа буйынса 24 миллион һум, баш ҡала ихтыяжына Өфө бюджетынан 15 млн һум, республика бюджетынан 500 млн һум аласаҡ.
Әлеге ваҡытта республика юлдарында йәмғеһе йөҙгә яҡын яҙыусы камералар ҡуйылған, улар башлыса контроль-үткәреү пункттарында тора. Өфөлә 59 камера һәм 20 муляж эшләй. Ләкин псевдокамераларҙың ҡайҙа урынлашҡанлығын Динар Ғилметдинов асыҡлап торманы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика