10:30 (UTC+5), 06 Апреля 2011

Башҡортостан Хөкүмәте һәм «УРАЛСИБ» финанс корпорацияһы хеҙмәттәшлек тураһында генераль килешеүгә ҡул ҡуйҙы

"Башинформ" | фото: Рәиф Баҙыҡов
5 апрелдә Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәте һәм «УРАЛСИБ» финанс корпорацияһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Хөкүмәттән Килешеүгә — БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — иҡтисади үҫеш министры Владимир Балабанов, УРАЛСИБ яғынан Финанс корпорацияһының баш идарасы директоры, «УРАЛСИБ» банкының идара рәйесе Илдар Мөслимов ҡул ҡуйҙы.
Яҡтар республикала заманса банк технологияларын һәм банк инфраструктураһын, шул иҫәптән «Универсаль электрон карта» проектын үҫтереүгә һәм үҙләштереүгә булышлыҡ итеү, уртаҡ инвестиция программаларын ғәмәлгә ашырыу, сәнәғәт комплексының инновациялы үҫешенә, предприятиеларҙы техник яҡтан үҙгәртеп ҡороу һәм модернизациялауға ярҙам күрһәтеү тураһында килеште, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Белешмә өсөн. УРАЛСИБ республикала 1993 йылдан эшләй. Бөгөн ул төбәк иҡтисадының ауыл хужалығы, машиналар эшләү, хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе һәм башҡа тармаҡтарында система булдырыусы ҙур проекттарҙы бойомға ашыра.
Был Килешеү УРАЛСИБ-тың юридик һәм физик шәхестәрҙе, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса төбәк программалары сиктәрендә кредитлау өлкәһендәге эштәрен дауам итеүҙе, Башҡортостанға Рәсәй һәм сит ил инвестицияларын йәлеп итеүҙә булышлыҡ итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш программаларын һәм хәйриә проекттарын, шул иҫәптән ата-әсә ҡарауынан мәхрүм һәм етем балаларға ярҙам күрһәтеү проекттарын ғәмәлгә ашырыуҙа артабан хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә өлгәшелде.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика