Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
93.25
-0.19
99.36
-0.21
87.47
+0.18
26+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2011, 13:01

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы Башҡортостан менән фураж игенен һатыу буйынса килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 16 төбәк менән интервенция фондының фураж игенен һатыу буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Улар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Яҡын арала Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттары менән килешеүҙәр төҙөләсәк.
Килешеүҙәргә ярашлы Министрлыҡ РФ субъекттарына аукционһыҙ һатыласаҡ интервенция фонды игене күләмдәре тураһында мәғлүмәт йүнәлтәсәк, унан һуң төбәктәр был игенде һатып алыусыларҙың исемлеген әҙерләргә тейеш. Һатып алыусылар һатыу-һатып алыу килешеүҙәрен Берләштерелгән иген компанияһы менән төҙөйәсәк. РФ Хөкүмәте Ҡарарына ярашлы, һатып алынасаҡ иген өсөн алдан түләү «Берләштерелгән иген компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән килешеү төҙөлгән көндән алып 20 көн эсендә башҡарылырға тейеш.
Башҡортостан ташламалы хаҡтар менән сауҙаһыҙ 80 мең тонна самаһы фураж игене алыуға иҫәп тота, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Льготалы хаҡтар менән уны эре малсылыҡ һәм ҡошсолоҡ комплекстары ғына түгел, ябай ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре лә һатып ала аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, интервенция фондының фураж ашлығын сауҙаһыҙ таратыу тураһындағы ҡарар Рәсәй Хөкүмәте менән ҡабул ителде. Интервенция фонды запастарындағы бөтөн фураж игенен (2 млн 387 мең тонна) ошо схема буйынса һатыу планлаштырыла.
Рәсәй Хөкүмәтенең иген интервенциялары агросәнәғәт комплексына ярҙам итеүгә һәм аҙыҡ-түлек баҙарын тотороҡландырыуға йүнәлтелгән. Төбәктәр иһә һатып алынасаҡ игендең маҡсатлы файҙаланыуын контролдә тоторға һәм ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙы тотороҡландырыу буйынса саралар комплексын ҡабул итергә тейеш.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: