Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Апрель 2011, 16:11

Өфөлә бәләкәй һәм урта бизнесты кадрҙар менән тәьмин итеү мәсьәләһе тикшерелде

Йома, 1 апрелдә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һөҙөмтәле эшмәкәрлеген кадрҙар менән тәьмин итеү» темаһына түңәрәк өҫтәл үтте. Сараның ойоштороусыһы булып «ОПОРА России» дөйөм Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ йәмәғәт ойошмаһы сығыш яһаны.
Түңәрәк өҫтәл эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Зөһрә Рәхмәтуллина, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары, эшҡыуарлыҡтың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Республика башлығының үҙ сығышында билдәләүенсә, техник белем, инженерлыҡ белеме темаһы һуңғы арала көнүҙәккә әйләнде.
— Бәләкәй бизнесты етештереү, инновациялар мөхите булараҡ формалаштырырға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙгә инновациялы эшләнмәләрен баҙарҙа уңышлы тәҡдим итеүгә һәләтле мәғлүмәтле инженерҙар кәрәк. Уй-фекерҙәр генераторҙары, яңы формациялағы белгестәр талап ителә.
Президент инновациялы эшҡыуарлыҡты үҫтереү, төбәктең эре предприятиелары тирәләй кластерҙар ойоштороу, бөтөн ерҙә аутсорсинг индереү бурысын ҡуйҙы. Уның фекеренсә, гигант предприятиелар тирәһендә, умарта янындағы бал ҡорттары кеүек, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары тупланырға тейеш. Бөтөн донъя ошо юл менән бара, һәм хәҙер төбәктәрҙә кластерҙарҙы үҫтереү хоҡуғы өсөн конкуренттар көрәше киң ҡолас ала.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү эшен Рөстәм Хәмитов ауыр, күп көс талап иткән, әммә бик кәрәкле эш тип атаны.
Түңәрәк өҫтәлдең модераторы, «ОПОРА России» ойошмаһы президенты Сергей Борисов, бәләкәй бизнес сауҙа өлкәһенә генә ҡайтып ҡалмай, ә бөтә донъяла юғары һөҙөмтәле, инновациялы производство кеүек ҡабул ителә, тигән фекерен белдерҙе.
Эшҡыуарҙар әҙерләү процесындағы бизнес һәм һөнәри белем хеҙмәттәшлегенең яңы концепциялары тураһында вуз ректорҙары һөйләне. Атап әйткәндә, Н.Э.Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты ректоры Анатолий Александров яҡын арала был юғары уҡыу йортонда инновациялы эшҡыуарлыҡ кафедраһы асыласағы хаҡында хәбәр итте.
Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар башҡа төрлө мәсьәләләрҙе лә, атап әйткәндә, бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү өлкәһендә мәғариф учреждениеларының мөмкинлектәрен, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының квалификациялы кадрҙарға мохтажлығын тикшерҙе. Кадрҙар потенциялына ҡарата талаптар, эшсе һөнәрҙәренең абруйын күтәреү кәрәклеге хаҡында ла һөйләшеү булды.
Осрашыу аҙағында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев дәүләт сәйәсәтенең бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн кадрҙар әҙерләү системаһын ойоштороу өлкәһендәге төп йүнәлештәрен билдәләне.
Автор:Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков
Читайте нас: