04:06 (UTC+5), 31 Марта 2011

БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығының функциялары артты

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков
БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралығының Башҡортостан Республикаһы Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы итеп үҙгәртелеүе – алтаҡтаны алмаштырыу ғына түгел. Уҙған йылда булып үткән үҙгәртеп ҡороуҙар яңыртылған ведомство эшмәкәрлегенә бер нисә принципиаль үҙгәрештәр индерҙе. Хәҙер киң коммуникациялар һәм нәшриәт-полиграфия эшмәкәрлегенән тыш, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы компетенцияһы элемтә һәм мәғлүмәт-коммуникация технологиялары тармағы иҫәбенә лә киңәйтелде.
Был хаҡта шаршамбы көндө 2010 йылдағы эш йомғаҡтарына һәм быйылғы йылдағы бурыстарға арналған ведомство коллегияһының киңәйтелгән ултырышында Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов һөйләне.
Бынан тыш, тәү сиратта дәүләт структураларының рәсми сайттары эше өсөн, атап әйткәндә, халыҡ менән кире бәйләнеш өлөшөнә яуаплы орган булараҡ, министрлыҡ халыҡҡа электрон төрҙә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү кеүек мөһим эште атҡара.
— Беҙ властың халыҡ өсөн яҡыныраҡ булыуы, уның интернет селтәрендә тәғәйен урын алыуы яҡлы, — тип белдерҙе Борис Мелкоедов.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика