11:08 (UTC+5), 31 Марта 2011

Башҡортостанды яҡын арала иҡтисадтың ҙур үҫеше көтә - Standard & Poor's

Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Андрей Старостин
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов бөгөн Республика йортонда Standard & Poor's рейтинг агентлығы аналитиктары менән осрашты.
— Беҙ Башҡортостан Республикаһы менән күп йылдар дауамында эшләйбеҙ, — тине осрашыуҙан һуң үткән брифингыла агентлыҡ вәкиле Борис Копейкин. — Әле бында инвесторҙар менән үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙә бихисап үҙгәрештәр бара, ә идаралыҡҡа килгәндә — барлыҡ ошо мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн бөгөн беҙ республика етәкселеге менән осраштыҡ та инде.
Төбәккә рейтинг нимәгә, тигән һорауға яуап итеп, аналитик, тәү сиратта бюджет аҡсаларын экономиялау өсөн, тип яуап ҡайтарҙы:
— Рейтингының булыуы, айырыуса юғары рейтингының, республикаға экономияларға, ә экономияланған аҡсаларҙы, мәҫәлән, яңы мәктәптәргә, дауаханаларға, эш хаҡын күтәреүгә йүнәлтергә мөмкинлек бирә.
Әлеге ваҡытта Standard & Poor's Рәсәй Федерацияһының 19 субъектының рейтингыһын күҙәтеп бара.
— Был яртыһынан да аҙыраҡ, ләкин бында иң көслө, үҫеште маҡсат итеп ҡуйған төбәктәр генә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Борис Копейкин. — Һәм ошо 19 субъекттың ни бары дүртеһенең рейтингыһы Башҡортостан Республикаһыныҡынан юғарыраҡ: был Мәскәү һәм Санкт-Петербург, шулай уҡ нефть һәм газдың төп ресурстары тупланған Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары.
Шулай итеп агентлыҡ республиканы ныҡ юғары баһалай. Әммә рейтинг ағымдағы хәлдәр торошон ғына һүрәтләмәй — иң элек был перспективаға ҡараш.
— Республиканы алдағы бер нисә йылда юғары үҫеш күрһәткестәре көтә, улар Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ. Шулай булғас, беҙ ошо көтөлгәндәрҙе лә рейтинг кимәле тураһында ҡарарҙарыбыҙҙа иҫәпкә аласаҡбыҙ, — тип белдерҙе Борис Копейкин. — Яҡын арала иҡтисадтың үҫешәсәге шул иҫәптән бюджетҡа керемдәр артыуын да, сығымдарҙы финанслау, бурыстарҙы ҡаплау мөмкинлеген дә аңлата. Әйткәндәй, әлеге мәлдә Башҡортостандың бурысы күп түгел, резервтары хәтһеҙ ҙур.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика