13:32 (UTC+5), 31 Марта 2011

Башҡортостан ҡалаларында энергияны һаҡсыл файҙаланыусы яҡтыртҡыстар ҡуйыла

Мөсәүир Камалетдинов
Башҡортостан ҡалаларында энергия һаҡлаусы яҡтырҡыстар йышыраҡ ҡуйыла башланы. Атап әйткәндә, Бәләбәй ҡалаһында ошондай хәл күҙәтелә. Бында «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәрен хеҙмәтләндереү буйынса бригада коллективы быйылғы йылдың беренсе кварталында ҡала урамдарында 120-нән ашыу яҡтыртҡыстарҙы алмаштырҙы, урамдарҙа хәҙер электр энергияһын ярайһы ныҡ экономияларға мөмкинлек биреүсе лампалар тора. Улар иҫке, терегөмөшлө лампаларҙы алмаштырған. Әлеге ваҡытта яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу буйынса ошондай уҡ эштәр Горохов урамында ла тамамлана, тип хәбәр итә «Белебеевские известия» гәзите. Унан һуң энергетиктар башҡа урамдарға һәм шәхси йорттар төҙөлгән яңы биҫтәләргә күсәсәк. Лампалар һәм яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу энергияны һаҡсыл файҙаланыу тураһындағы федераль законға ярашлы алып барыла һәм Бәләбәй ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте менән «Бәләбәй ҡала электр селтәрҙәре» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында төҙөлгән муниципаль килешеүҙә сағылыш тапҡан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика