14:46 (UTC+5), 29 Марта 2011

Өфө һәм Өфө районы һәр береһе урамдарҙы яҡтыртыуға 15 миллион һум аласаҡ

Ғәлиә Нәбиева
Өфө ҡалаһы һәм Өфө районы тораҡ пункттарҙа урамдарҙы яҡтыртыуҙы яҡшыртыуға 15-әр миллион һум аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона 28 мартта ҡул ҡуйылды. Субсидиялар республиканың тораҡ пункттарында урамдарҙы яҡтыртыу системаларын ремонтлау, тергеҙеү һәм яңыһына алмаштырыу өсөн бирелә.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бюджет средстволары яҡтыртыу системаларын модернизациялау программаһын урындағы бюджеттарҙан өҫтәп финанслау шарттарында бүленә (50:50). Республиканың 46 муниципаль берәмеге программала ҡатнашыуы хаҡында белдерҙе. Бүленәсәк бюджет средстволарының суммаһы район хакимиәттәре заявкаларынан тора. Муниципалитеттар тораҡ пункттарҙы яҡтыртыуға үҙҙәренең аҡсаларын үҙләштереп бөтөүҙәре хаҡында иҫәп-хисап бирмәй тороп, республика субсидиялары күсерелмәй.
Өфө һәм Өфө районы урамдарҙы яҡтыртыуға иң ҙур сумманы тотонорға әҙер. Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте был маҡсатҡа 14 миллион 600 мең һум йүнәлтергә ниәтләй. Стәрлетамаҡ ҡаҙнаһына тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау 14 миллион һумға төшәсәк.
Тораҡ пункттарҙа тышҡы яҡтыртыу системаларын модернизациялау программаһына ярашлы, республика ҡаҙнаһы субсидиялары күләме 95 млн 200 мең һум тәшкил итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика