13:36 (UTC+5), 28 Марта 2011

Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарында уртаса хаҡ тотороҡло үҫә

Уҙған аҙнала Өфө буйынса икенсел торлаҡ баҙарында тәҡдим ителгән уртаса хаҡ 0,3 процентҡа артты. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, унан алдағы аҙнала Башҡортостандың баш ҡалаһында икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ шулай уҡ 0,3 процентҡа күтәрелгәйне. Хәҙер ул 46,53 мең һум тәшкил итә. Бер бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар - 0,2 процентҡа, ике һәм өс бүлмәлеләр сегментында 0,3 процентҡа күтәрелде. Күп бүлмәле фатирҙар хаҡы 0,4 процентҡа артты.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанованың мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлдә ҡалала өс бүлмәле иң арзан фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамындағы йортта урынлашҡан, майҙаны - 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 18 миллион һум тора. Был 230 квадрат метр майҙанлы дүрт бүлмәле фатир Киров урамында урынлашҡан.
Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны - 450 квадрат метр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика