07:05 (UTC+5), 25 Марта 2011

Башҡортостанда ауыл хужалығы продукцияһын етештереү кәмей

Ғәлиә Нәбиева
Быйылғы йылдың ике айында Башҡортостанда ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү уҙған йыл менән сағыштырғанда бер аҙ кәмене. Ҡоролоҡ эҙемтәләре һиҙелә. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ярашлы, ғинуар-февралдә республикала һуғымға тереләй ауырлыҡта 51,1 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт үрсетелгән. Был уҙған йыл кимәленә ҡарата 81,1%. Шул уҡ мәлдә етештерелгән иттең яртыһынан ашыуы шәхси хужалыҡтарға тура килә — 31,3 мең тонна. Ауыл хужалығы предприятиеларында – 17,9 мең тонна, былтырғы кимәлгә ҡарата был 97% тәшкил итә.
Һөт тә республикала йыл башынан алып аҙыраҡ һауылған. Ике айҙа 206,6 мең тонна – уҙған йылдағы кимәлгә ҡарата 25 процентҡа тиерлек кәмерәк.
Йомортҡа етештереү ҙә бер аҙ кәмегән — 5,7 процентҡа. Ике айҙа республика тауыҡтары йәмғеһе 164,6 миллион дана йомортҡа һалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика