Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
0
91.84
0
62.51
+0.52
-17 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2011, 12:15
Саҡмағош районы һөт етештереү буйынса алдынғы урында
Саҡмағош районында тулайым һөт производствоһы ағымдағы йылдың ике айында 5411 тонна тәшкил иткән. Был 2010 йылдағы кимәлгә ҡарағанда 4,5 процентҡа күберәк. Былтырғы көслө ҡоролоҡҡа ҡарамаҫтан, район малсылары лайыҡлы мал аҙығы базаһын әҙерләүгә мөмкинлек тапҡан. Һөҙөмтәлә — малсылыҡ етештереүсәнлеге күрһәткестәре республикала иң яҡшылары. 5580 тонна һөт һатылған, һәр һыйырҙан уртаса һауым — 767 килограмм.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һәр һыйырҙан тәүлегенә уртаса 13 килограмм һөт һауыла. Уҙған йылдағы күрһәткестән был 1,2 килограмға күберәк. Көн һайын район хужалыҡтары 85 тонна һөттө һатыуға сығара. Былар барыһы ла Саҡмағош районы малсыларына һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты һаҡларға мөмкинлек бирә.
Автор:
Ғәлиә Нәбиева
Теги:
ауыл хужалығы
малсылыҡ
Читайте нас