Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
24 Март 2011, 10:16
Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса күсмә ҡабул итеүҙәр дауам итә
Башҡортостандың Дәүләкән, Йылайыр, Дүртөйлө, Туймазы һәм Благовар райондарында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү буйынса күсмә ҡабул итеүҙәр үтте.
Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, күсмә ҡабул итеүҙәр барышында граждандар күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса төҙөлгән килешеү ҡағыҙҙарын дәүләт теркәүенә 65 документтар пакеты тапшырған. Шулай уҡ күсмә ҡабул итеү барған тораҡ пункттарҙың һәм уның эргә-тирәһендәге ауылдарҙың халҡы ер участкаларына хоҡуҡтарҙы теркәү, хоҡуҡтарҙы дәүләт теркәүенә документтар тапшырыу тәртибе һәм дәүләт пошлиналары күләмдәре мәсьәләләре буйынса тейешле мәғлүмәт ала алған.
Автор:
Рәсүл Хәмиҙуллин
Теги:
күсемһеҙ милек
росреестр
Читайте нас