15:19 (UTC+5), 23 Марта 2011

Апрелдә Өфөлә «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2011» күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк

Рәсүл Хәмиҙуллин
14 - 16 апрелдә Өфөләге «Аҡбуҙат» ипподромының төп трибунаһында «Күсемһеҙ милек. Яҙ–2011» XVI күргәҙмә-йәрминкәһе үтәсәк. Уны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһы Ер һәм мөлкәт министрлығы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө хакимиәте, шулай уҡ БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты ярҙамында «Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте сығыш яһай.
Күргәҙмә күсемһеҙ милектең бар аспекттарына ла ҡағыласаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығында үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында «Азимут» күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте директоры Оксана Егурнова белдерҙе.
— Сарала бик күп проекттар күрһәтеләсәк. Улар араһында «Финанстар һәм ипотека урамы», «Ҡала янындағы йорт. Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар һалыу», — тине ул. – Уларҙың сиктәрендә кредитлау, страховкалау, материалдарҙы эшкәртеүҙең яңы технологиялары, ландшафт дизайны һәм башҡа мәсьәләләр тулы кимәлдә сағылдырыласаҡ. Күргәҙмә-йәрминкәнең махсус бүлеге – «Сит ил күсемһеҙ милке салоны».
Был бүлектең географияһы йыл һайын киңәйә бара. Быйыл унда Франция, Испания, Ҡытай, Төркиә, Таиланд һәм башҡа илдәрҙең күсемһеҙ милке тәҡдим ителәсәк. Бынан тыш, күргәҙмәгә килеүселәр белгестәрҙән был дәүләттәрҙә йәшәү өсөн нисек паспорт алыу, виза юллау, бизнес асыу һәм башҡалар хаҡында белешә аласаҡ.
— Граждандарға иҫәпләнгән проекттар ҙа аҙ түгел, — тип билдәләне Оксана Егурнова. – Халыҡ араһында һорау менән ҡулланғандарҙың береһе – «Шәхси иғландар стенды». Ул күсемһеҙ милек менән алыш-биреш итергә йыйынған кешеләргә ориентирланған. «Буш майҙандар йәрминкәһе» коммерция күсемһеҙ милке объекттарын тәҡдим итә.
Бынан тыш, күргәҙмә-йәрминкә сиктәрендә эшлекле пограмма ла әҙерләнгән, унда тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре ентекләберәк ҡараласаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика