05:00 (UTC+5), 21 Марта 2011

Икенсел торлаҡ Өфөлә 0,3 процентҡа ҡыйбатланды

Рәсүл Хәмиҙуллин
Уҙған аҙнала Өфө буйынса икенсел торлаҡҡа уртаса хаҡ 0,3 процентҡа күтәрелеп, хәҙер 46,04 мең һум тәшкил итә. Бер һәм ике бүлмәле фатирҙар сегментында хаҡтар бер процентҡа артты. Күп бүлмәле фатирҙар 1,1 процентҡа ҡыйбатланды. Шул уҡ ваҡытта өс бүлмәлеләргә хаҡ 1,4 процентҡа кәмене.
«Эксперт» күсемһеҙ милек агентлыҡтары селтәре аналитигы Айгөл Степанова мәғлүмәтенә ярашлы, әлеге ваҡытта ҡалала иң арзан өс бүлмәле фатир 800 мең һумға тәҡдим ителә. Ул К.Маркс урамында урынлашҡан, майҙаны - 45 квадрат метр. Иң ҡыйбат фатир 18 миллион һумға һатыла. Был Киров урамында урынлашҡан дүрт бүлмәле фатирҙың майҙаны - 230 квадрат метр.
Бүлмәләр сегментында тәҡдим ителгән минималь хаҡ – 500 мең һум: Интернациональ урамы, 12 кв. метр. Иң юғары хаҡ – 1170 мең һум: Космонавтар урамы, 10,9 кв. метр.
Һатыуға ҡуйылған иң ҡыйбат коттедж 20 миллион һумға тәҡдим ителә. Ул Аҡманайҙа урынлашҡан, майҙаны - 450 квадрат метр.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика