04:06 (UTC+5), 21 Марта 2011

«Өфө» аэропортында йәйге расписание буйынса эшләргә әҙерләнәләр

Любовь Колоколова
«Өфө» халыҡ-ара аэропортында йәйге расписание төҙөү эше тамамлана. «Йәй-2011» миҙгелендә авиакомпаниялар яңы йүнәлештәр һәм маршруттар буйынса рейстар башҡарасаҡ.
Шулай итеп, «Континент» авиация компанияһы «Красноярск – Барнаул – Өфө – Барнаул – Красноярск», «Норильск – Өфө – Анапа — Минеральные Воды – Өфө – Норильск» маршруттары буйынса осасаҡ. «Таймыр» авиакомпанияһы ла пассажирҙарҙы Норильскиҙан Өфө аша Краснодарға ташыясаҡ. «Украина халыҡ-ара авиалиниялары» расписаниеға «Симферополь – Өфө – Һамар – Симферополь» рейсын индерҙе.
«ЮТэйр» авиакомпанияһы «Бангкок – Өфө – Бангкок» рейсын башҡарасаҡ. Был компания йәнә «Прага – Өфө – Прага», «Мюнхен – Өфө – Мюнхен» кеүек яңы маршруттар индерергә ниәтләй. «Ред Вингс» авиакомпанияһы «Бодрум – Өфө – Бодрум» рейсын планлаштыра.
«Урал авиалиниялары» менән Ташкент (Үзбәкстан), Тиват (Черногорье), Пула (Хорватия), Ларнака (Кипр), Римини (Италия), Бургас (Болгария) ҡалаларына осорға мөмкин буласаҡ.
«Төркиә авиалиниялары» 29 марттан аҙнаһына дүрт тапҡыр «Истанбул — Өфө – Истанбул» маршруты буйынса рейстар йышлығын артыра.
«Өфө» аэропорты маршрут-транспорт селтәренең перспективалы үҫеше хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү маҡсатында сайтта халыҡтан анкета һорауҙарына яуап алыу үткәрелә, сит ойошмалар менән әүҙем эш алып барыла. Һөҙөмтәлә аэропорт биләмәһендәге ҡала-ара автобус кассаһы эшмәкәрлеге тергеҙелә, ҡала яны автобустарының төнгө ваҡыттағы хәрәкәтен тергеҙеү мәсьәләһе ҡарала.
Өфө аэропортының быйылғы йылдағы эшмәкәрлегенең яҡынса йомғаҡтарына килгәндә, әлеге ваҡытта үҙәк расписание буйынса самолет осоштары уҙған йылға ҡарағанда ун процентҡа күберәк башҡарылған. Быйылғы йылда йәмғеһе ике миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика