16:43 (UTC+5), 17 Марта 2011

Берҙәм рәсәйлеләр Өфөгә юлдарҙы ремонтлауға 795 миллион һум бүләсәк

Евгений Рәхимҡолов
«Рәсәйҙең яңы юлдары» партия проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» юлдарҙы реконструкциялауға һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә Өфөгә 2011 йылда 795 миллион һум бүләсәк. Был хаҡта блогерҙар һәм журналистар менән осрашыуҙа партияның төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов белдерҙе.
— Өфө транспорт системаһын үҫтереүгә бындай аҡса тәүге тапҡыр килә, — тине ул. – Муниципаль һәм республика бюджеттарынан капитал һалыуҙар менән бергә Өфөлә юлдарҙы реконструкциялауға быйыл миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеләсәк.
Бүленгән средстволар һөҙөмтәле файҙаланылһын өсөн, берҙәм рәсәйлеләр халыҡтан юлдар һәм ихаталарҙы төҙөкләндереүгә заявкалар ҡабул итеүҙе ойоштора. Әлеге ваҡытта бындай иң күп заявкалар Сипайлово биҫтәһенән һәм Өфө үҙәгендәге шәхси секторҙан килгән.
— Ҡайҙа эштәр алып барырға кәрәклеген элек район йәки ҡала башлығы күрһәтә ине, — ти Рөстәм Ишмөхәмәтов. – Бындай хәл башҡаса булмаясаҡ. – Юлдарҙы реконструкциялау урындарын ҡала хакимиәте, йәмәғәтселек һәм республиканың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты менән берлектә үҙебеҙ билдәләйәсәкбеҙ.
Интернеттағы проект битендә (http://doroga-ufa.ru/) Өфөлә юлдарҙы ремонтлау буйынса халыҡтан тәҡдимдәр ҡабул итеү алып барыла. «Берҙәм Рәсәй» менән йәлеп ителгән 795 миллион һумдың 530 миллионы - ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, 265 миллионы юлдарҙы реконструкциялауға йүнәлтеләсәк, тип күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика