06:20 (UTC+5), 17 Марта 2011

Аграрийҙар өсөн яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтарҙы кәметеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Хөкүмәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 2011 йылда республика ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә һатыласаҡ яғыулыҡ - майлау материалдарының айырым төрҙәренә хаҡтарҙы кәметеү йәки арттырмай тотоп тороу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа БР Хөкүмәте вице-премьеры, ауыл хужалығы министры Эрнст Исаев һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Виктор Хорошавцев ҡул ҡуйҙы.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, уның арҡаһында республиканың ауыл хужалығы эшсәндәре 2011 йылдағы ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә яғыулыҡ-майлау материалдары менән кәметелгән хаҡтар буйынса тәьмин ителәсәк.
2011 йылда ауыл хужалығы эшсәндәрен яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү күләме РФ Ауыл хужалығы министрлығы һәм РФ Энергетика министрлығы менән һөйләшеп килешеү буйынса билдәләнгән. 84,11 мең тонна дизель яғыулығы, 6,33 мең тонна «Нормаль» — 80 маркалы автобензин льготалы хаҡтар буйынса һатыласаҡ.
Республика Хөкүмәте ауыл хужалығы тауар етештереүселәре – кәметелгән хаҡтар менән яғыулыҡ-майлау материалдары алыусыларҙың исемлеген әҙерләп бирәсәк. Яғыулыҡ-майлау материалдары ауыл хужалығы эштәрен үткәреүгә генә тотонолорға тейеш.
Кәметеүҙе иҫәпкә алып нефть продукттарының хаҡы түбәндәгесә торасаҡ: дизель яғыулығы — бер тоннаға 15750 һум, Нормаль-80 маркалы автобензин – 19440 һум.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика