13:19 (UTC+5), 16 Марта 2011

Ауыл хужалығы эшсәндәренең химиялаштырыуға киткән сығымдары компенсациялана

"Башинформ"
Башҡортостан Хөкүмәте ауыл хужалығы етештереүселәре тарафынан минераль ашламалар һатып алыуға сығымдарҙы компенсациялай. Был 2011 йылда химиялаштырыу саралары һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн компенсациялауға БР бюджетынан субсидиялар биреү тәртибе менән билдәләнде. Рөстәм Хәмитов БР Хөкүмәтенең тейешле ҡарарына ҡул ҡуйҙы.
Тәртип ауыл хужалығы тауар етештереүселәренә, ҡулланыусылар кооперацияһы ойошмаларына һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙе, уны эшкәртеүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашырған ойошмаларға Башҡортостан бюджетынан субсидиялар биреү механизмын билдәләй.
Компенсация күләме 1 гектар ужым культураларына индереү нормаһының 60 проценты иҫәбенән сығып, 1 тонна минераль ашламаларҙың тәьҫирле матдәһе өсөн ставка буйынса иҫәпләнә.
Компенсацияны алыу өсөн субсидияға эйә булыусылар 2011 йылдың 1 майына тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығына документтар тапшырырға тейеш.
Документта, һатып алынған химиялаштырыу сараһы өсөн түләү субсидия алыусы тарафынан өсөнсө шәхестәр ҡатнашлығынан тыш тормошҡа ашырылырға тейеш, тип айырым билдәләнә.
Субсидияларҙы дөрөҫ иҫәпләү һәм түләүгә, бюджет аҡсаһын маҡсатҡа ярашлы файҙаланыуға контролде Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы тормошҡа ашыра, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика