12:31 (UTC+5), 14 Марта 2011

Республикала эшһеҙҙәр иҫәбе кәмей

Рәсүл Хәмиҙуллин
Дүшәмбе, 14 мартта, аудиоселектор элемтә режимында Рәсәй Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәт коллегияһының ведомствоның уҙған йылдағы эш йомғаҡтары һәм ағымдағы йылға бурыстары буйынса киңәйтелгән ултырышы үтте. Башҡортостан Республикаһынан ултырыш эшендә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дәүләт халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте идаралығы, хеҙмәт инспекциялары һәм башҡа профилле ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.
Теркәлгән эшһеҙ граждандар иҫәбе Башҡортостанда уҙған йыл аҙағында ун процентҡа кәмегән. Мәшғүллек хеҙмәте ярҙамында 99,4 мең кеше эш тапҡан, был йыллыҡ күрһәткескә ҡарата 112,6 процент тәшкил итә. Эшһеҙлек кимәле туғыҙ процентҡа төшкән, эш эҙләүселәрҙең эшкә урынлашыу кимәле – 66,8 процент.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, 2010 йылда республика бюджетына федераль ҡаҙнанан бирелгән 2,2 млрд һум суммаһындағы субвенциялар халыҡты эш менән тәьмин итеү буйынса дәүләт сәйәсәтен тулы кимәлдә ғәмәлгә ашырырға мөмкинлек биргән. 1260 кеше башлыса эшсе белгеслектәре буйынса һөнәри уҡытыуға йүнәлтелгән. 34 предприятие менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Бынан тыш, 3700 белем биреү учреждениеларын тамамлаусылар стажировка үтеп, уларҙың һәр дүртенсеһе стажировка үткән урынында эшкә ҡала алған. Бәләкәй бизнес өлкәһендә 3740 яңы эш урыны булдырылған. Төп эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге төрҙәре араһында — малсылыҡ, умартасылыҡ һәм ҡошсолоҡ.
Быйыл халыҡ мәшғүллегенә булышлыҡ итеү программаһын ғәмәлгә ашырыуға федераль бюджеттан 1,838 млн һум бүленгән. Был 88 меңдән ашыу кешене эшкә урынлаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика