08:02 (UTC+5), 11 Марта 2011

Республикалағы ужым баҫыуҙарының торошо хәүефләндермәй

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостанда ужым культуралары быйылғы һалҡын ҡышты ярайһы имен үткәрҙе. Ҡалын ҡар япмаһы арҡаһында сәсеүлектәр туңманы һәм әле лә тәрән йоҡола. «Башинформ» агентлығына БР Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселектең прогрессив технологиялары бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, белгестәрҙең һығымталарын монолиттарҙы тикшереү ҙә раҫлай.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек, февралдә республиканың төрлө райондарында ужым сәсеүлектәре монолиттары алынып, артабан уларҙың шытымдары үҫтерелде. Алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, ужым культураларының 161 мең гектары бик яҡшы хәлдә. Был дөйөм майҙандың 24,5 проценты. 343,5 мең гектарҙағы сәсеүлектәр ҡәнәғәтләнерлек тип табылған (52%). Ә 152 мең гектарҙағы ужым торошо насар тип баһалана.
Белгестәр, яҙғыһын 121 мең гектарҙа ужым культураларын ҡайтанан сәсергә тура киләсәк, тип күҙаллай. Уҙған йылдар тәжрибәһен иҫәпкә алғанда, беҙҙең климат шарттары өсөн был ҙур юғалтыу түгел. Шул уҡ ваҡытта ужымды ҡайтанан сәсергә тура килгәндә 14 мең тонна күләмендә орлоҡ дефициты күҙәтелә. Әлеге мәлдә орлоҡтарҙың страховка фонды булдырыла.
Төп яҙғы сәсеү өсөн Башҡортостан аграрийҙары орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Ике район – Йылайыр һәм Ғафури ғына был исемлеккә инмәй.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика