10:15 (UTC+5), 10 Марта 2011

Рөстәм Хәмитов: «Туризмды Башҡортостанда системалы үҫтерергә кәрәк»

Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте. Уның һүҙҙәренсә, донъяның күп илдәрендә туризм иҡтисадтың мөһим өлөшө булып тора.
— Беҙҙә быға алыҫ әле, — тине республика башлығы. – Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Башҡортостанда туристар иҫәбе арта. Һәм был ярайһы ыңғай фактор кеүек. Әммә эш шунда, был туристар БДБ илдәренән килә. Атап әйткәндә, һуңғы арала Ҡаҙағстан, Азербайжан һәм Ҡырғыҙстандан граждандарҙың күпләп ағылыуы күҙәтелә. Ләкин улар бында ял итергә түгел, ә аҡса эшләргә килә.
Ысын туристар иҫәбе республикала 15 процентҡа кәмегән. Уларҙың да күпселеге Башҡортостанға эш буйынса килә.
— Беҙ ошоға тиклем көрсөк беҙгә эске туризмды үҫтерергә мөмкинлек бирер, тип иҫәпләй инек. Ләкин улай булманы, — тип билдәләне БР Президенты. – Миҫалға Финляндияны алайыҡ. Беҙҙең тәбиғәт бер төрлөрәк. Унан тыш, республикабыҙҙа тауҙар бар, ә уларҙа юҡ. Әммә кешеләр Финляндияға өҫтөнлөк бирә.
Рөстәм Хәмитов системалы эш итергә кәрәклеген билдәләне. Сит илдәрҙең халыҡ-ара кимәлдә эшләүсе туриндустрия вәкилдәре менән осрашыу, тармаҡ күргәҙмәләрендә ҡатнашыу, тәжрибә йыйыу талап ителә. Республика башлығы ваҡиғалы туризмды үҫтереүгә айырым туҡталды:
— Беҙгә был өлкәгә иғтибар итергә кәрәк. Башҡортостанда даими рәүештә һәр төрлө фестивалдәр, иҡтисади һәм мәҙәни ваҡиғалар үтә. Туристарҙы уларҙа ҡатнашыуға йәлеп итергә һәм бының өсөн бөтөн шарттарҙы булдырырға кәрәк. Мәҫәлән, һабантуй. Был сит илдәрҙән ҡунаҡтар саҡырырлыҡ ҙур сара.
Шулай уҡ республика башлығы, Башҡортостан туризм үҫеше буйынса федераль программаларҙа ҡатнашмай, тип билдәләне.
— Етәр ситтә торорға! Аныҡ тәҡдимдәр индерергә ваҡыт, — тине Рөстәм Хәмитов.
БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәевтың әйтеүенсә, Башҡортостан брендтарын һәм продукттарын популярлаштырыу мөһим. Бының өсөн һалынған тырышлыҡ әлеге мәлдә етерлек түгел.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҙур проект – «Башҡортостан» суперкластеры тәҡдим ителде. Уны ғәмәлгә ашырыуға 20 миллиард һум талап ителә. Шулай ҙа, республика Президенты фекеренсә, хатта был проект та төбәктә туризмдың һөҙөмтәле үҫешенә гарантия була алмай.
1 из 14
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика