Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
57.41
-1.04
55.41
-0.32
87.97
-0.52
5+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Март 2011, 16:00

«Өфө» аэропортында - яңы директор

«Өфө» Халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә бөгөндән алып — яңы генераль директор. Ул — 43 йәшлек Рәмил Тимерғәзин.
1991 йылдан 2000 йылға тиклем Рәмил Ғәбдрәүеф улы Тимерғәзин «Башҡортостан авиалиниялары» авиакомпанияһында төп инженер булып эшләгән, 2000 йылдың ғинуарынан «Өфө» аэропорты генераль директорының иҡтисад һәм финанстар буйынса урынбаҫары вазифаһын биләгән.
— 1988 йылда Рәмил Тимергазин үҙ яҙмышын авиация менән бәйләй. Ул Кирсанов авиация техник училищеһын тамамлаған, Граждандар авиацияһы академияһында уҡыған, — тине «Өфө» Халыҡ-ара аэропортының матбуғат секретары Гөлшат Сабирова. – Өфө аэропортында ул 20 йыл эшләй.
Автор:Любовь Колоколова
Читайте нас в