04:02 (UTC+5), 05 Марта 2011

Башҡортостанда йыл башынан алып мал аҙығы һатып алыуға 50 млн һум бүленгән

Светлана Ғәфүрова
Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығында кисә 2010 йыл йомғаҡтары һәм 2011 йылға бурыстар буйынса коллегия ултырышы үтте. Коллегия алдынан министрҙың беренсе урынбаҫары Николай Коваленко журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Атап әйткәндә, Николай Анатольевич, аграр секторға насар йоғонто яһаған аномаль эҫе һәм ҡоролоҡло йәйгә бәйле, уҙған йыл аҙағында республикала мал аҙығы һатып алыуға һәм уны ситтән ташыуға өҫтәп 90 миллион һум бүленде, тип хәбәр итте. Ағымдағы йыл башында был маҡсатҡа 50 миллион һум бүленгәйне инде. Ләкин, Николай Коваленко фекеренсә, был сумма мал иҫәбен тулыһынса һаҡлап ҡалыу өсөн етерлек түгел. Шулай ҙа фермер хужалыҡтарында һәм ҙур булмаған ауыл хужалығы етештереүселәрендә малсылыҡ өлкәһендә тотороҡлоҡҡа өлгәшелде.
— Быйылғы беҙҙең бурыс – республикала мөмкин тиклем мал иҫәбен һаҡлап ҡалыу, — тине Николай Коваленко. — Тоҡомоло мал һатып алыу һәм тороҡландырыу үткәреү элеккесә көнүҙәк мәсьәлә булып ҡала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика