06:52 (UTC+5), 05 Март 2011

«Агрокомплекс-2011»ҙә Рәсәйҙең 25 төбәгенән 200 предприятие ҡатнашасаҡ

Ғәлиә Нәбиева
«АгроКомплекс-2011» күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 25 төбәгенән, Белоруссия, Польша, Германия, Канада һәм башҡа илдәрҙән 200 самаһы предприятие ҡатнашасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 15 марттан 18-енә тиклем Өфөләге Спорт һарайында 21-се «АгроКомплекс-2011» халыҡ-ара махсус күргәҙмәһе үтәсәк. Тәүге тапҡыр аграр форумда Мәскәүҙән «АгроСил», «Гольфстрим», Агроинжиниринг компанияһы, «Мустанг Ингредиентс», «СОГАЗ-Агро», «Тойс Ленд», «АгроПроектИнвест», «Бустер Рус» һәм башҡа компаниялар ҡатнашасаҡ.
Башҡортостанда үтәсәк күргәҙмә сиктәрендә беренсе тапҡыр «Пятигорсксельмаш» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең сәнәғәт ҡошсолоғо өсөн инкубаторҙары һәм ситлек ҡорамалдары, шулай уҡ «Гомель радиозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең (Белоруссия) күсмә һыу ҡойоу машиналары, һабаҡ ҡырҡыу ҡулайламалары һәм йәшелсәләр йыйыу өсөн транспортерҙары күрһәтеләсәк. «Ивантеевский элеватормельмаш» иһә элеваторҙар өсөн ҡорамалдар ҡуясаҡ. Икмәк бешереү ҡорамалдарын күргәҙмәлә «Югпродмаш» һәм «Гольфстрим» фирмалары күрһәтәсәк. «АгроКомплекс» күргәҙмәһенең абруйы һәм имиджы йәнә Новосибирскиҙан, Татарстандан, Мәскәүҙән яңы компанияларҙы йәлеп итте.
Йыл һайын форум Башҡортостан етештереүселәре араһында нығыраҡ популярлаша бара. «АгроКомплекс»та «Баштехника» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте уның ойошторолғанынан алып ҡатнаша. Быйыл компания Башҡортостанда бер тапҡыр ҙа күрһәтелмәгән ҡорамалдарҙы күргәҙмәгә сығара. «Европейская агротехника-Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте күргәҙмәгә килеүселәрҙе бөтә донъяға билдәле машиналар эшләү сәнәғәте лидерҙарының яңы эштәре менән таныштырасаҡ. Иглин үлсәү заводы яңы төр продукция производствоһын үҙләштергән, уларҙың эштәрен күргәҙмәлә ҡатнашыусылар ҙа күрә аласаҡ. «Башсельхозтехника» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы ла ситтә ҡалмаясаҡ: был предприятие асыҡ майҙанда техниканың ҙур экспозицияһын әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика