10:21 (UTC+5), 05 Марта 2011

Аграрийҙарҙы мал аҙығы проблемаһы борсой

Светлана Ғәфүрова
Былтыр Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү тейешле кимәлдә үткәрелмәне. Был турала БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Николай Коваленко министрлыҡ коллегияһы ултырышында хәбәр итте.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республиканың ауыл хужалығы предприятиеларында быйылғы ҡышлатыуға һәр шартлы мал башына 17,1-әр центнер тупаҫ һәм һутлы мал аҙығы берәмеге әҙерләнде. Бесән — 340 мең тонна, йәғни талап ителгәндең 46,5 проценты, сенаж — 1220 мең тонна (54%), силос — 567 мең тонна (34%), фураж игене 290 мең тонна (57,2%) әҙерләнде. Бөгөн Башҡортостандың 22 районы ғына иген фуражы менән тәьмин ителде.
Николай Анатольевичтың фекеренсә, әгәр элекке йылдарҙа йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы булдырылһа, бөгөн ҙур аҡса түләп, республиканан ситтән ташырға тура килмәҫ ине.
— Беҙгә тонналар кәрәкмәй, сифатлы мал аҙығы әҙерләргә кәрәк, — тип үҙ ҡарашын белдерҙе Николай Коваленко.
Республика аграрийҙарының мал аҙығы етештереү менән бәйле башҡа проблемалары ла бар. Атап әйткәндә, йыл һайын мал аҙығы баҫыуҙарының продуктлылығы кәмей. Уның уңдырышлылығын күтәреү буйынса саралар күрелмәй. Һуңғы йылдарҙа мал аҙығы культуралары сәсеүлектәренә органик һәм минераль ашламалар индерелмәй тиерлек, игенселектә дисциплина насарайҙы.
Ведомство етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, Башҡортостанда тәбиғи сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр ҙә яҡшынан түгел. Күп йыллыҡ үләндәр сәсеүлектәре менән етди шөғөлләнергә кәрәк.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика