05:45 (UTC+5), 04 Марта 2011

Башҡортостан халҡы 16 миллион һумдан ашыу тотҡарланған түләүҙәр алды

Ғәлиә Нәбиева
Башҡортостан Республикаһында Дәүләт хеҙмәт инспекцияһына йыл башынан алып хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын боҙоу осраҡтары тураһында 786 яҙма мөрәжәғәт килгән. 2009 йыл менән сағыштырғанда мөрәжәғәттәр иҫәбе 1,2 тапҡырға артҡан (20 процентҡа). Ялыуҙарҙың күп өлөшө эш биреүселәрҙең эш хаҡын, эштән киткәндә тулыһынса иҫәп-хисап алыуҙы, эштән һуң ҡалып эшләү, төнгө ваҡытта, ял һәм байрам көндәрендә эшләү өсөн түләүҙәрҙе тотҡарлауына ҡайтып ҡала.
Хеҙмәт инспекторҙары эш менән тәьмин итеүселәргә хеҙмәт хаҡын түләүҙәге хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә 104 күрһәтмә биргән. 506 хеҙмәткәр 16 миллион һумдан ашыу тотҡарланған түләүҙәрен алған.
Быйылғы йылда уҡ 95 эш биреүсегә 407 мең һум суммаға штраф һалынған. Туғыҙ эш биреүсегә суд ҡарары менән күрһәтмәләрҙе үтәмәгәне өсөн штраф һалынған. Улар иҫәбендә Баймаҡ районының "Урожай" ауыл хужалығы производство кооперативы, Өфөләге "Кварц" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (10-ар мең һум штраф), Краснокама районының "Арлан-керамика" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Өфөнөң "Росэнерготехника" ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре, шәхси эшҡыуар Ғәлимов.
Судҡа бер етәксегә ҡарата дисквалификациялау тураһында материалдар ебәрелгән. Уға өс йыл дауамында етәксе вазифаларын биләү тыйыла. Эш хаҡын ике һәм уна күберәк айға тотҡарлаусы йәнә ике предприятие етәксеһенә ҡарата енәйәт эше асыу өсөн материалдар судҡа ебәрелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика