15:24 (UTC+5), 04 Марта 2011

2010 йылда һалымсылар физик шәхестәр табышынан 29,8 млрд һум һалым йыйҙы

Рәсүл Хәмиҙуллин
Былтыр Башҡортостандың һалым органдары физик шәхестәрҙең табыштарына һалым (НДФЛ) буйынса 205 мең декларация ҡабул итте, был 2009 йылдағынан 17 процентҡа кәмерәк. Һалымдың был төрө буйынса бөтәһе 29,8 миллиард һум йыйылды. Был турала Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығында үткән матбуғат конференцияһында Идаралыҡтың һалым түләүселәр һәм киң мәғлүмәт саралары менән эшләү бүлеге начальнигы Сергей Шурыгин хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, кәмеү һалым ҡануниәтендәге үҙгәрештәргә бәйләнгән.
Быйылдан РФ Һалым кодексы менән физик шәхестәрҙә патент нигеҙендә эшләүсе сит ил граждандарының һалым декларацияһы тапшырыу үҙенсәлектәре билдәләнде. Патент хаҡы уны биргәнгә тиклем айына мең һум күләмендә билдәләнә. Һалым осоро йомғаҡтары буйынса сит ил кешеһе алған табышының дөйөм суммаһын билдәләргә тейеш. Фактик алынған табыштарҙан сығып иҫәпләнгән дөйөм сумма түләнгән аванстар суммаһынан ашып киткән осраҡта һалым органына декларация тапшырырға кәрәк.
— Бөгөн граждандар декларацияларын бик әүҙем тапшыра, – тип билдәләне Сергей Шурыгин. – 1 мартҡа ҡарата республикала 20 меңдән ашыу документ ҡабул ителгән. Был былтырғы ошо уҡ осорҙағынан байтаҡҡа күберәк.
Декларация тултырыу өсөн «Декларация-2010» программаһы менән файҙаланырға мөмкин. Һалым органына декларация йәшәгән урын буйынса 30 апрелдән дә һуңға ҡалмайынса тапшырылырға тейеш. Ваҡытында тапшырмаған осраҡта граждандарға штраф янай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика