11:23 (UTC+5), 03 Марта 2011

Өфө мэрияһы 19 һаҡаллы төҙөлөш буйынса саралар күрә

Рәсүл Хәмиҙуллин
Өфө хакимиәте алданған өлөшсөләр проблемаларын хәл итеү буйынса саралар күреүен дауам итә. Был турала Башҡортостан баш ҡалаһы мэрияһында үткән бөгөнгө матбуғат конференцияһында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Владислав Никитин хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфөлә әлеге көндә 19 һаҡаллы төҙөлөш иҫәпләнә. Намыҫһыҙ төҙөүселәрҙән зыян күреүселәр һаны ике меңгә яҡын кеше тәшкил итә.
— Проблемалы йорттарҙың заказсылары булып торған туғыҙ ойошма банкротлыҡ стадияһында, — тине Никитин. – Шуларға бәйле 11 вазифалы кешегә ҡарата өлөшсөләр аҡсаларын маҡсатһыҙ тотонған өсөн енәйәт эше ҡуҙғатылды. Һуңғы ваҡытта беҙ һаҡаллы төҙөлөш мәсьәләләрен хәл итеү рецептарын эҙләү буйынса эш алып барҙыҡ. Дәүләт органдары менән берлектә айырым объекттар төҙөлөшөн көрсөк хәленән сығарырлыҡ тәғәйен саралар табылды.
Шулай уҡ Өфөнөң беренсе вице-мэры аслыҡ иғлан иткән бер төркөм өлөшсөләрҙең үҙ проблемаларын бындай акция менән хәл итә алмаясаҡтарына иғтибар йүнәлтте.
— Беҙ улар менән осрашып, уларҙың талаптарын тикшерҙек, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды вице-мэр. – Улар һаҡаллы төҙөлөштәргә ҡағылышлы эштәр торошо менән ҡәнәғәт түгел һәм республика Президенты менән осрашырға теләй. Ләкин йорттар төҙөлөшөн тамамлау мәсьәләһен бер көндә генә хәл итеп булмай бит.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдов, бындай мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн комплекслы ҡараш кәрәк, тине. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын яҡлау тураһында күптән түгел ҡабул ителгән закон да ҙур роль уйнарға тейеш. Ул башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдарына был объекттарға контроллек итеү мөмкинлеге бирәсәк. БР Дәүләт комитеты рәйесе шулай уҡ өлөшсөләрҙең хәүефен страховкалау мәсьәләһен әҙерләүгә лә айырым иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика