11:46 (UTC+5), 02 Марта 2011

Илеш районы халҡына күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәүҙә ярҙам иттеләр

Рәсүл Хәмиҙуллин
Илеш районының төпкөл тораҡ пункттарында күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар менән алыш-биреш итеү буйынса документтарҙы теркәү буйынса күсмә ҡабул итеүҙәр үтте. Уларҙа Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Илеш районы бүлеге, БР буйынса «Ер кадастр палатаһы» федераль дәүләт учреждениеһының райондағы филиал-бүлеге һәм Техник инвентаризация бюроһы белгестәре ҡатнашты. Күсмә ҡабул итеүҙәргә урындағы БТИ хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү арҡаһында халыҡҡа күрһәтелгән хеҙмәттәр иҫәбе бермә-бер артты.
Росреестрҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күсмә ҡабул итеүҙәр ике көн дауамында алып барылған. Беренсе көндә белгестәр 78 документтар пакетын ҡабул иткән, 15 кешегә консультация биргән.
Икенсе көндә күсмә ҡабул итеү барышында Ҡужбаҡты ауыл советы (унда 1115 кеше йәшәй) халҡы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы һәм улар буйынса төҙөлгән килешеү ҡағыҙҙарын дәүләт теркәүенә 25 документтар пакеты тапшырған. Йәнә 15 граждан консультациялар алған. Бынан тыш, ике кеше, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, документтарын үҙ өйөндә тапшырған.
Киләһе күсмә ҡабул итеүҙәр Иглин һәм Дәүләкән райондарында көтөлә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика