10:06 (UTC+5), 02 Марта 2011

Башҡортостандың бәләкәй агробизнесы 2,4 миллиард һумдан ашыу суммаға кредиттар алды

Ғәлиә Нәбиева
Рәсәй крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары һәм ауыл хужалығы кооперативтары ассоциацияһының ХХII съезы алдынан ауылдарҙағы бәләкәй хужалыҡ формаларына ярҙам итеү буйынса башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды.
БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, «Россельхозбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк филиалында республиканың бәләкәй агробизнесы вәкилдәренә 2,4 млрд һум дөйөм суммаға 10,5 меңдән ашыу кредит бирелгән. Шәхси ярҙамсы хужалығы булған граждандар банк кредиттары ярҙамында ғына миллиард һум самаһына - ауыл хужалығы малдары, 610 миллион һумдан ашыулыҡ ауыл хужалығы техникаһы һатып алған, 230 миллион һумға мал аҫрау өсөн биналар төҙөгән йәки реконструкциялаған.
Ағымдағы йылда банк хужалыҡтарҙың бәләкәй формаларына кредит ярҙамын киңәйтергә ниәтләй. Башҡортостандағы филиалдың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы, ауыл хужалығы кредит кооперативтарын кредитлауҙы дүрттән бер өлөшкә арттырыу планлаштырыла. Был маҡсатҡа ярты миллиард һум бүленгән.
Ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр, шул иҫәптән бәләкәй бизнес өсөн кредит ресурстарын алыуҙы еңелләштереү маҡсатында, банк уҙған йылда ғына алты тапҡыр процент ставкаларын кәметкән. Бынан тыш, кредит алыу процедураһын ябайлаштырыу өсөн бурысҡа аҡса алыусыларҙан талап ителгән документтар исемлеге ҡыҫҡартылған, шулай уҡ халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған кредит продукттары буйынса кредит заявкаларын ҡарау ваҡыты кәметелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика