Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.89
0
91.12
0
70.69
+2.05
20+ °C
Ясна
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2011, 10:16
2010 йылда 80 ил Өфө предприятиеларының сауҙа партнерҙары булды
Өфө хакимиәте башлығында үткән сираттағы оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың баш ҡалаһының 2010 йылдағы тышҡы иҡтисади һәм төбәк-ара эшмәкәрлеге йомғаҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән Өфө хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Тимур Солтанов сығыш яһаны.
Уның әйтеүенсә, уҙған йылда Өфө предприятиеларының тышҡы сауҙа әйләнеше 1 млрд 358 млн АҠШ доллары тәшкил иткән. 2009 йыл менән сағыштырғанда экспорт 0,5 процентҡа артҡан, импорт 0,1 процентҡа кәмегән. Сауҙа балансының ыңғай сальдоһы һаҡлана: экспорт импорттан 4 тапҡырҙан ашыуыраҡҡа күберәк булып ҡала. Өфө предприятиелары менән сауҙа өлкәһендә 80 ил хеҙмәттәшлек итә.
Тауар әйләнешенең дөйөм күләмендә экспорт өлөшө 81 процент самаһы тәшкил иткән. Төп сауҙа партнерҙары — АҠШ, Һиндостан, Франция, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Нидерландтар. Экспорт күләменең яртыһынан ашыуы аҡсалата сағылышта элеккесә нефть эшкәртеү производствоһы продукцияһына һәм минераль продукттарға тура килә.
Импорт өлөшө тауар әйләнешенең яҡынса 19 процентын тәшкил иткән. Үзбәкстан, Ҡытай, Украина, АҠШ, Дания, Германия төп сауҙа партнерҙары булған. Импорттың тауар структураһында машина эшләү продукцияһы өҫтөнлөк иткән — дөйөм күләмдән 75 проценттан күберәген.
Мәҙәниәт өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек дауам итә. Былтыр яҙғыһын Өфө делегацияһы Мармарис ҡалаһында (Төркиә) «Яҙ һәм диңгеҙ» халыҡ-ара фестивалендә булған. Ноябрҙә ҡала хакимиәте вәкилдәре Истанбулда Икенсе Евразия урындағы властар конгресында ҡатнашҡан. Йәйгеһен Өфө мәктәптәренең 6-8 класс уҡыусылары Галле ҡалаһында (Германия) булып ҡайтҡан, унда «Балалар ҡалаһы» халыҡ-ара проектында ҡатнашҡан. Шулай уҡ ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы ағза-илдәре фоторәссамдарының ижади лабораторияһында ҡатнашыусылар менән осрашыу үткән. Өфө Халыҡ-ара баш ҡалалар һәм ҙур ҡалалар Ассамблеяһы менән үткәрелгән «БДБ һәм ЕврАзЭС-тың иң яҡшы ҡалаһы» смотр-конкурсында ҡатнашҡан.
Тимур Солтанов мәғлүмәте буйынса, быйыл «Ашан» селтәре гипермаркеттары иҫәбен арттырыу, «Шишеджам» төрөк концерны эшмәкәрлеге өлкәһен киңәйтеү планлаштырыла. Өфөлә «OBI» халыҡ-ара сауҙа селтәренең төҙөлөш тауарҙары магазинын асыу перспективалары тикшерелә. «Быуындарҙы протезлау буйынса Америка госпиталдәре» компанияһы (АҠШ) менән эндопротезлау һәм реабилитациялау буйынса медицина үҙәге төҙөлөшө тураһында уңышлы һөйләшеүҙәр үткәрелгән. Был хаҡта Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.
Автор:
Любовь Колоколова
Теги:
тышҡы иҡтисади бәйләнештәр
халыҡ-ара хеҙмәттәшлек
Читайте нас: