Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.26
-0.33
99.71
-0.56
86.97
-0.03
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
1 Март 2011, 11:50

Башҡортостан төҙөүселәрен электрон майҙансыҡтарҙа эшләүгә өйрәтәләр

Быйылдан республика бюджеты иҫәбенә төҙөлөшкә бөтә заказдар, айырыуса хәүефле, техник ҡатмарлы объекттарҙан, күперҙәрҙән һәм башҡа яһалма юл ҡоролмаларынан тыш, электрон майҙансыҡтарҙа урынлаштырыласаҡ. Шулай итеп, төҙөлөш сауҙаларының байтаҡ өлөшө электрон аукциондарға күсәсәк. Был турала Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында Дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Рәмил Хәлимов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн төҙөүселәрҙе электрон аукциондарҙа ҡатнашыуға әҙерләү мәсьәләһе бик киҫкен тора. Былтыр йыл аҙағында Дәүләт комитеты был йүнәлештә ҡайһы бер саралар күрҙе.
— Республика төҙөүселәренә электрон аукциондарға әҙерләнеү кәрәклеге тураһында белдереүҙәр таратылды, махсус семинарҙар ойошторолдо, — тине ул. – Шул уҡ ваҡытта төҙөүселәр яғынан әүҙемлек бик һүлпән – семинарҙарға бик аҙҙар яҙыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ҡарағанда, төҙөүселәр яғынан әлегә тиклем түбән әүҙемлек һаҡлана, ләкин йыл башынан алып семинарҙарға заказсылар яҙыла башланы.
Рәмил Хәлимов шулай уҡ электрон аукциондар үткәргәндә килеп тыуыуы ихтимал булған проблемаларҙы атаны. Улар араһында — төҙөлөш ойошмаһында компьютер технологиялары буйынса белгес булмау йәки уның квалификацияһы етерлек булмауы. Сөнки электрон майҙансыҡтың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәттәрҙең күбеһе теркәү менән бәйләнгән, йә булмаһа электрон цифрлы ҡултамға асҡыстарын файҙаланыусылар эшендә ҡатмарлылыҡтар килеп тыуа. Бынан тыш, проблемалар иҫәбендә — дәүләт контрактын үтәүҙе тәьмин итеү буйынса документтарҙы ваҡытында бирмәү һәм аукционда ҡатнашҡанда техник тотҡарлыҡтар.
Автор:Рәсүл Хәмиҙуллин
Читайте нас: